03:44 (UTC+5), 29 Ноября 2019

Радий Хәбиров республикала ЭКО процедураһына дәүләт ярҙамын арттырыу тураһында белдерҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. ЭКО процедураһына дәүләт ярҙамын арттырырға хәл ителде. Был хаҡта Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге кәңәшмә йомғаҡтары буйынса социаль селтәрҙә хәбәр итте.
2020 йылда ошо маҡсатҡа өҫтәмә рәүештә 83 миллион һум бүленә. Республика башлығы һүҙҙәренсә, шуның һөҙөмтәһендә 3 меңгә яҡын бала тыуырға тейеш.
«Бөгөн ҡарар ҡабул иттек, уның ярҙамында киләһе йылда республикала кәмендә 650 балаға күберәк тыуасаҡ! Беҙҙә ЭКО процедураһына дәүләт ярҙамы ҡаралған, ләкин элек аҡса етмәй ине. Быйыл 2025 ҡатын-ҡыҙ ошо мөмкинлектән файҙаланды, ә киләһендә өҫтәмә рәүештә 83 миллион бүләбеҙ, һөҙөмтәлә ЭКО ярҙамында 3000 самаһы сабый донъяға киләсәк. Артабан өс мең ҡатын-ҡыҙҙан сиратты нулгә тиклем кәметәбеҙ һәм ЭКО-ны әүҙемерәк үҫтерерәбеҙ. Ошо кәңәшмә йомғаҡтары буйынса кәйеф – бик шәп, әйтерһең дә, йәнә атай булған кеүекмен!» — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика