13:44 (UTC+5), 29 Ноябрь 2019

Радий Хәбиров: Башҡортостан традицион диндәрҙең хеҙмәттәшлек моделе булараҡ сығыш яһай

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Илебеҙҙә конфессия-ара татыулыҡты нығытыуҙа Башҡортостан мосолман өммәтенең хеҙмәте ҙур, тине республика башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Рәсәй — ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң пленар ултырышында сығыш яһап. Уның һүҙҙәренсә, беҙҙең республика традицион диндәрҙең үҙенсәлекле хеҙмәттәшлек моделе булараҡ сығыш яһай. Төбәк етәксеһе 1788 йылда батшабикә Екатерина икенсенең указы менән Өфөнөң Рәсәйҙә ислам үҙәге тип танылыуы осраҡлы булмауын хәтергә төшөрҙө.
«Башҡортостанда билдәле «Ғәлиә» һәм «Ғосмания» мәҙрәсәләре нигеҙ һалған ислам мәғарифы традициялары көслө. Бөгөн йәштәргә әхлаҡи тәрбиә биреү эшендә исламдың ҙур тәжрибәһен ҡулланырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Рәсәй — ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмө ултырышы конфессия-ара татыулыҡ темаһына һәм ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының 50 йыллығына, шулай уҡ Рәсәйҙең күренекле сәйәси эшмәкәре, стратегик ҡараш төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Евгений Примаковтың 90 йыллығына бағышланып үткәрелә. Форумда 25 илдән делегат ҡатнаша.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика