09:21 (UTC+5), 28 Ноябрь 2019

Башҡортостан менән Бахрейн иҡтисад, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Бахрейн короллегенең Ислам эштәре буйынса юғары советы президенты, шәйех Абдулрахман бин Мөхәммәт Әл-Хәлифә һәм Бахрейн короллегенең Рәсәйҙәге илсеһе Әхмәт Абдулрахман Әл-Саати менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Улар республикаға «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышында ҡатнашыу өсөн килгән.
Ошондай абруйлы ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү — Башҡортостан өсөн ҙур хөрмәт, республика Рәсәй исламы үҙәктәренең береһе булып тора, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Беҙҙең көндәрҙә республикала мәсеттәр әүҙем төҙөлә, хәҙер улар 1400-ҙән ашыу.
«Беҙ Яҡын Көнсығыш илдәре, шул иҫәптән Фарсы ҡултығы ынйыһы – Бахрейн короллеге менән хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бүләбеҙ», — тине республика башлығы һәм Башҡортостандың өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләне.
Бахрейн короленең бер туғаны, шәйех Абдулрахман үҙенең яуап һүҙендә уның сәләмен тапшырҙы һәм республиканың ҙур ҡеүәтен билдәләне.
«Король ғали йәнәптәре Рәсәй президенты Владимир Путин менән һәйбәт мөнәсәбәттә. Илдәребеҙ араһында тормоштоң төрлө өлкәләрендә хеҙмәттәшлек тураһында күп меморандумдар төҙөлгән. Бахрейн менән һеҙҙең республика араһында оҡшашлыҡ бар. Беҙ нефткә бай һәм республикағыҙҙың бик үҫешкән булыуын, бында исламға, уның традицияларын үҫтереүгә һәм һаҡлауға ҙур иғтибар бүлеүҙәрен беләбеҙ. Сәфәребеҙ тығыҙ бәйләнештәр булдырыуға булышлыҡ итергә тейеш», — тине шәйех Абдулрахман.
Башҡортостан башлығы һүҙҙәренсә, республика хеҙмәттәшлеккә асыҡ, үҙ-ара файҙалы бәйләнештәрҙе яйға һалырға мөмкин булған өлкәләр күп. Нефть химияһынан тыш, машиналар эшләү һәм туризм.
«Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү файҙалы булды, мин уға королебеҙҙең сәләмен тапшырҙым. Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеүҙе өйрәнергә һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға һөйләштек. Беҙҙе хатта тарихи факттар берләштерә. Бахрейнда ла, Башҡортостанда да нефтте 1932 йылда сығара башлағандар», — тине шәйех Абдулрахман журналистарға.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика