09:16 (UTC+5), 28 Ноября 2019

Бөгөн Өфөлә «Рәсәй — Ислам донъяһы» форумы эш башлай

ӨФӨ, 2019 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Өфөлә «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышы асыла. Быйыл стратегик ҡараш төркөмө ултырышының төп темаһы — «Конфессия-ара татыулыҡ: Рәсәйҙең һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы илдәренең тәжрибәһе». Форум барышында пленар һәм өс эш ултырышы, төбәктең инвестиция йәлеп итеү буйынса күргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана. Бынан тыш, Евгений Примаков исемендәге халыҡ-ара премияһын тапшырыу тантанаһы була.
Сарала ҡатнашыусылар Рәсәйҙә нәшер ителгән ғилми-дини хеҙмәттәр күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. Форумдың абруйлы ҡунаҡтары: Рәсәйҙең сит ил эштәр министры урынбаҫары Михаил Богданов, Рәсәйҙең Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ҡарамағындағы даими вәкиле Рамазан Абдулатипов, Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Фәрит Мөхәмәтшин, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академия ректоры Александр Яковенко.
Ултырыш эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың, Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановтың, шулай уҡ илдең бер нисә төбәге етәкселәренең ҡатнашыуы көтөлә. Улар иҫәбендә – Дағстан, Чечня, Төньяҡ Осетия-Алания, Адыгей, Ингушетия, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес, Ҡырым.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика