07:45 (UTC+5), 28 Ноября 2019

31 декабрҙә ял итеү тураһында закон проекты Дәүләт Думаһына индерелде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. ЛДПР депутаттары 31 декабрҙә ял итеү тураһында закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға индерҙе. Был хаҡта ошо башланғыс авторҙарының береһе – Думаның хеҙмәт һәм социаль яҡлау комитеты етәксеһе Ярослав Ниловҡа һылтанма менән «Известия» хәбәр итте.
Документ, 31 декабрь шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килһә лә, уны ял көнө итеп ҡалдырыуҙы күҙ уңында тота.
Шул уҡ ваҡытта байрам көндәренең дөйөм һаны Хеҙмәт кодексында билдәләнгән күләмдә һаҡланырға тейеш.
Башланғыс авторҙары һүҙҙәренсә, ошолай күсереү хеҙмәткәрҙәргә һәм эш биреүселәргә ялдарҙы, эшләмәгән көндәрҙе дөрөҫ файҙаланырға мөмкинлек бирер ине. Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәр, эш биреүселәр һәм профсоюздар араһында «ҡыҙыҡһыныуҙар балансы»н һаҡларға булышлыҡ итергә тейеш.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бынан алда Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәттә 31 декабрҙә ял алыу шарттарын атанылар.
Хеҙмәткәрҙәр, әгәр эш биреүсе өҫтәмә ял көнө бирһә, быйыл шишәмбегә тура килгән 31 декабрҙә ял итергә мөмкин.
Ләкин хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә ял көнө биреү эш ваҡыты нормаһын кәметә, шул сәбәпле хеҙмәт хаҡының да аҙыраҡ булыуы ихтимал, тип билдәләнеләр Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәттә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика