11:03 (UTC+5), 26 Ноября 2019

Илдар Шафиҡов Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Илдар Шафиҡов Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде. Тейешле указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Илдар Шафиҡов 1982 йылдың 16 сентябрендә Кушнаренко ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2005 йылда «Башкиргаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Үҙәк төбәге буйынса Ҡулланыусылар менән эшләү идаралығында юрисконсульт булып башлай.
2006-2007 йылдарҙа – «Газпром межрегионгаз Уфа» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә юрисконсульт.
2007-2011 йылдарҙа – «Газпром межрегионгаз Уфа» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бүлек етәксеһе.
2011-2012 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры ярҙамсыһы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының административ һәм дәғүә эштәре бүлеге етәксеһе.
2012-2014 йылдарҙа – «Өфө ҡалаһы ҡала округының инвестиция-төҙөлөш комитеты» муниципаль унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары.
2014-2015 йылдарҙа – Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары.
2015-2019 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика