16:56 (UTC+5), 22 Ноября 2019

Ирек Сәғитов – Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры

Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты
Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ирек Сәғитов Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Уның тәғәйенләнеүе тураһындағы указға республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ирек Сәғитов Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеттары эше, шулай уҡ көс структуралары менән үҙ-ара эш итеү өсөн яуап бирә.
Ирек Сәғитов 1969 йылдың 11 июлендә Ауырғазы районының Мостафа ауылында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1991 йылда Өфө автотранспорт техникумында ВЛКСМ секретары булып башлай.
1992–2000 йылдарҙа – Башҡортостан Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядында милиционер, бүлек командиры, взвод командиры, командир урынбаҫары, оператив рота командиры.
2000–2003 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядында техника һәм ҡоралландырыу буйынса отряд командиры урынбаҫары.
2003 йылда – Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды командиры урынбаҫары.
2003–2016 йылдарҙа – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды командиры.
2016–2018 йылдарҙа – Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды командиры.
2018–2019 йылдарҙа – Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары.
Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика