08:34 (UTC+5), 20 Ноября 2019

Башҡортостандың Хәйбулла районы башлығы үҙ теләге менән отставкаға китергә ғариза яҙған

Википедия
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған. Ҡарар юғары хаҡҡа сифатһыҙ материалдарҙан автобус туҡталыштары ҡуйыу осрағы буйынса тикшереү һөҙөмтәләренән һуң ҡабул ителгән, тип белдерҙеләр республика башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Сифатһыҙ туҡталыштарға бәйле хәл «Инцидент-менеджмент» программаһы мониторингына эләккән. Быға Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров та иғтибар иткән һәм Контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәренә хәлде асыҡларға ҡушҡан.
Бер павильондың хаҡы 96 мең самаһы тәшкил иткән – реаль хаҡтан ике тапҡырға юғарыраҡ. Бөтәһе 10 павильон ҡуйылған. Бюджетҡа килтерелгән зыян яҡынса 500 мең һум тип баһалана, материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелгән.
20 ноябрҙә Хәйбулла районы муниципалитеты Советы ултырышы була, унда муниципалитет етәксеһенең отставкаһын ҡабул итеү тураһында мәсьәлә хәл ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика