10:11 (UTC+5), 14 Ноябрь 2019

Мәскәү өлкәһенән һалым инспекторына Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығына етәкселек итеү бурысы йөкмәтелде

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығында етәксе алмашынды, тип белдерҙеләр республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә. 13 ноябрҙән ведомствоға Алан Марзаев етәкселек итә.
Алан Марзаев 1973 йылда Төньяҡ Осетияла тыуған. Facebooke селтәрендәге сәхифәһенән күренеүенсә, ул иҡтисадсы белемен алған, Рәсәй Федерацияһы президенты хакимиәте, быйыл сентябрҙән алып Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе булып тора. Һуңғы эш урыны – Мәскәү өлкәһе Домодедово ҡалаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте инспекцияһы етәксеһе. Өйләнгән, дүрт балаһы бар.
Юл хужалығы идаралығының элекке етәксеһе — Өфө хакимиәтенең экс-чиновнигы Денис Петраковский был вазифала теүәл ике йыл эшләне.
Юл хужалығы идаралығы — юл инфраструктураһы объекттарын төҙөү, реконструкциялау һәм ремонтлау буйынса дәүләт заказсыһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика