12:49 (UTC+5), 14 Ноября 2019

Башҡортостанда ауыл депутаттарын килем тураһында йыллыҡ отчеттарҙан азат итәләр

vk.com/gskrb
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда ауыл депутаттарын килем тураһында йыллыҡ отчеттарҙан азат итәләр, тип белдерҙеләр республика Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә. Был мәсьәләне Ҡоролтай депутаттары ноябрҙәге пленар ултырышта ҡарай. Һүҙ даими нигеҙҙә эшләмәгән һәм бюджеттан эш хаҡы алмаған депутаттар тураһында бара.
«Улар үҙҙәренең ауылдарының проблемалары менән бушлай, йәмәғәт башланғысында шөғөлләнә, ләкин йыл һайын төрлө белешмәләр йыйырға һәм ҡатмарлы отчеттар яҙырға мәжбүр. Шул уҡ банктарҙа белешмәләр алыу өсөн район үҙәгенә йәки ҡалаға барырға кәрәк. Отчеттарҙа хаталар булһа, был прокуратура органдарына өҫтәмә эш тыуҙыра», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Закон проектына ярашлы, ауыл депутаттары ҙур суммаға әйбер һатып алған осраҡта ғына үҙенә, тормош иптәштәренә һәм бәлиғ булмаған балаларына килем, милек тураһында отчет тапшыра.
Республика прокуроры вазифаһын башҡарыусы индергән икенсе закон проекты килем һәм сығым тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бирмәгән өсөн депутаттарҙың, урындағы үҙидараның һайлау органы ағзаларының, вазифалы кешенең яуаплылыҡ саралары исемлеген киңәйтә.
«Хәҙер дөрөҫ йәки тулы булмаған мәғлүмәттәр өсөн бер яуаплылыҡ сараһы – вәкәләттәрҙе ваҡытынан алда һалыу. Ләкин бәләкәй генә хата булыуы ла мөмкин. Башҡа яуаплылыҡ сараларын (мәҫәлән, иҫкәртеү) ҡарарға тәҡдим ителә», — тип аңлатма бирҙеләр парламентта.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика