07:04 (UTC+5), 13 Ноября 2019

Путин ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер категорияһына ҡыҫҡартылған эш көнө тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй президенты Владимир Путин ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҫҡартылған эш көнө тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Документтың тексы шишәмбе рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Закон ауылда йәшәгән һәм эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҫҡартылған эш көнөн күҙ уңында тота. Ул аҙнаһына 36 сәғәттән артырға тейеш түгел, эш хаҡы ла һаҡлана.
Документ шулай уҡ, әгәр хеҙмәт шарттары буйынса эш көнө өлөштәргә бүленгән булһа, ауыл ерендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың арттырылған түләүгә хоҡуғын гарантиялай.
ТАСС хәбәр итеүенсә, был льгота әлегә тиклем РСФСР Юғары Советының 1990 йылғы ҡарары менән регламентланған. Дәүләт Думаһы законды ҡабул иткәнсе, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡыҫҡартылған эш көнөнә хоҡуғы федераль закон менән нығытылмағайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика