04:18 (UTC+5), 12 Ноября 2019

Радий Хәбиров — киң мәғлүмәт сараларында телгә алыу буйынса губернаторҙар рейтингында өсөнсө урында

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров — «Медиалогия» компанияһының киң мәғлүмәт сараларында телгә алыу буйынса губернаторҙар рейтингында өсөнсө урында. Шулай уҡ ул Волга буйы федераль округы губернаторҙары араһында беренсе урында. Октябрҙә Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларының 11,9 мең хәбәрендә телгә алынған.
Федераль рейтингта Башҡортостан башлығын Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов һәм Мәскәү губернаторы Сергей Собянин ғына уҙып киткән.
Волга буйы федераль округында 2019 йылдың октябрендә медиарейтинг лидерҙары – Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин һәм Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов.
Айырыуса популяр хәбәрҙәр: Радий Хәбировтың хөкүмәттең яңы составын иғлан итеүе, Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Республика көнө менән ҡотлау, Благовещен районында «Полиэф» заводындағы ғәҙәттән тыш хәл буйынса кәңәшмә үткәреү, республика хөкүмәтенә халыҡ яңы йыл каникулдарында эсеү менән мауыҡмаһын өсөн план әҙерләү бурысын йөкмәтеү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика