13:50 (UTC+5), 06 Ноябрь 2019

Путин «Википедия»ны ышаныслыраҡ мәғлүмәт сығанағына алмаштырырға тәҡдим итте

kremlin.ru /Рәсәй президентының матбуғат хеҙмәте
kremlin.ru /Рәсәй президентының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Президент Владимир Путин Ҙур Рәсәй энциклопедияһының электрон версияһының, «Википедия»нан айырмалы рәүештә, ышаныслы мәғлүмәт сығанағы булып хеҙмәт итә алырына ышана. Шишәмбе Рус теле буйынса совет ултырышында ул шундай фекер белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.
«Википедия»ға килгәндә... уны электрон төрҙәге яңы Ҙур Рәсәй энциклопедияһы менән алмаштырыу яҡшыраҡ. Әйткәндәй, был һәйбәт, заманса формалағы ышаныслы мәғлүмәт булыр ине», — тине Путин, уҡыусылар йыш ҡына тикшерелмәгән мәғлүмәт сығанаҡтарынан, шул иҫәптән «Википедия»нан файҙалана тигән фекергә аңлатма биреп.
Ул шулай уҡ мәктәптәр өсөн тәғәйенләнгән һүҙлектәр исемлеген төҙөү һәм экспертиза үткәреү идеяһын хупланы.
Ҙур Рәсәй энциклопедияһының ҡағыҙ томдары 2004-2017 йылдарҙа донъя күрҙе. Бынан тыш, әлеге ваҡытта шундай уҡ исемле нәшриәт ошоға оҡшаш дөйөм милли интерактив энциклопедия порталын булдырыу буйынса эш алып бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика