08:59 (UTC+5), 05 Ноябрь 2019

Владимир Путин Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигын тәғәйенләне

 39.фсин.рф
39.фсин.рф
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәрҙә Эске эштәр министрлығы, Тәфтиш комитеты, Федераль яза башҡарыу хеҙмәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының яңы етәкселәрен тәғәйенләне, тейешле документ рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Документҡа ярашлы, эске хеҙмәт полковнигы Алексей Чириков Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.
Шуны билдәләп үтәйек, Барнаулда тыуып үҫкән Алексей Чириков быға тиклем Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Алтай Республикаһы, һуңынан Калининград өлкәһе буйынса идаралыҡтарын етәкләне.
Ул 1975 йылдың 26 майында Барнаулда тыуған. 1996 йылда — Өфө юғары милиция мәктәбен, 2010 йылда Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Хоҡуҡ һәм идара итеү академияһын тамамлай.
1996 йылдан алып — енәйәт-башҡарыу системаһында, Алтай крайында урта һәм өлкән етәкселек составының төрлө вазифаларында эшләй. Алтай Республикаһына тәғәйенләнгәнсе Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Алтай крайы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй. 2019 йылдың яҙында — Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Алтай Республикаһы буйынса идаралығына етәксе, уҙған көҙ Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәте бойороғо менән Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Калининград өлкәһе буйынса начальнигы итеп тәғәйенләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика