04:02 (UTC+5), 29 Октябрь 2019

Республикала яңы бассейндар һәм һырғалаҡтар төҙөү 4,44 миллиард һум талап итеүе мөмкин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан хөкүмәтендә яңы бассейндар һәм боҙ һырғалаҡтары төҙөү программаһын әҙерләйҙәр. Кисә «Төҙөлөш сәғәте»нән һуң республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә 2024 йылға тиклем 16 районда бында бер ҡасан да булмаған бассейндар төҙөләсәген белдерҙе. «Экономиялау өсөн бассейндан тыш, спорт залын йәки ҡайһы осраҡта ябыҡ һырғалаҡты күҙ уңында тотҡан типовой проекттарҙы файҙаланырбыҙ. Республикала 210 бассейн бар, ләкин был ғына етмәй. Республика буйлап эш сәфәрҙәре барышында кешеләр йөҙә белмәй, сөнки өйрәнергә урын юҡ, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеттем. 21-се быуатта халыҡты цивилизацияның ошо хәйләһеҙ уңайлығы менән тәьмин итә алмауыбыҙ сәйер. Хәлде төҙәтербеҙ».
Бассейндар түбәндәге муниципалитеттарҙа: Архангел, Баҡалы, Благовар, Балаҡатай, Дыуан, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Өфө, Саҡмағош райондарында, Межгорьела, Бөрөлә һәм Өфөнөң Шакша биҫтәһендә һалынасағы билдәләнде. Бөтә ерҙә лә тиерлек бассейндарҙы 25 метр оҙонлоҡтағы 6-8 юлға төҙөргә хәл ителде.
Мәсәғүттә бассейн да, боҙ һырғалағы ла була. Бөрөлә һәм Кушнаренкола һырғалаҡ төҙөү мәсьәләһе тикшерелә.
Проектты ғәмәлгә ашырыу 4,44 миллиард һумға тиклем аҡса талап итеүе ихтимал. Шуның яҡынса 1,5 миллиард һумын, төрлө программаларҙа ҡатнашып, федераль бюджеттан алырға мөмкин, тип билдәләне йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика