05:12 (UTC+5), 28 Октября 2019

Республикала «Берҙәм Рәсәй»ҙең 22-23 ноябрҙәге XIХ съезына делегаттар һайланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Берҙәм Рәсәй»ҙең XIХ съезында Башҡортостандан 20 делегат ҡатнаша. Партия форумына Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары, Архангел, Федоровка, Яңауыл, Әбйәлил һәм Благовещен райондары вәкилдәре юллана. Делегаттар төрлө һөнәр эйәләре – мәҙәниәт, журналистика өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, муниципалитет башлыҡтары, предприятиелар етәкселәре һәм башҡалар. Шулай уҡ съезға Партия Генсоветы ағзалары Константин Толкачев һәм Тимур Ғилмийәров бара.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең XIХ съезы 22-23 ноябрҙә ойошторола. Унда эшкә йомғаҡ яһала, киләһе йылда хәл итергә тейешле бурыстар ҡуйыла. «Берҙәм Рәсәй»ҙең киләһе һайлау циклында ҡатнашыуын тикшереү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика