05:28 (UTC+5), 28 Октября 2019

Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең яңы составын иғлан итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә хөкүмәттең яңы составын иғлан итте. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан башлығы республика хөкүмәтен үҙе етәкләй. Радий Хәбировтың ике яңы беренсе урынбаҫары була. Улар – Андрей Назаров һәм Илшат Тажетдинов. Андрей Назаровтың төп бурысы – республиканың 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында указда билдәләнгән хөкүмәттең милли проекттар күрһәткестәренә өлгәшеү һәм маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәүҙе тәьмин итеү буйынса эшен координациялау. Илшат Тажетдинов республика хөкүмәте аппаратын етәкләргә, уның эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен алып барырға һәм власть органдарының хөкүмәт ҡарарҙарын үтәүен контролдә тоторға, республика проект офисын координацияларға тейеш.
Хөкүмәттә 7 вице-премьер була. Рәйеф Әбдрәхимов, Илшат Фәзрахманов, Ленара Иванова, Борис Беляев үҙ вазифаларында ҡалды. Фәнүр Йәғәфәров, Ирек Сәғитов һәм Рөстәм Моратов хөкүмәт премьер-министрының яңы урынбаҫарҙары итеп тәғәйенләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика