06:59 (UTC+5), 28 Октябрь 2019

Радий Хәбиров бер нисә министрлыҡтың һәм ведомствоның исемдәрен үҙгәртте

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика башҡарма власть органдарының яңы структураһы билдәләнгән указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының башҡарма органдары структураһында хәҙер 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты, дүрт идаралыҡ, бер агентлыҡ һәм бер дәүләт инспекцияһы бар.
«Министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың күпселек өлөшө үҙҙәренең исемен, структураһын һәм етәкселек составын һаҡлап ҡалды, — тип билдәләне Радий Хәбиров 28 октябрҙә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. – Ләкин ҡайһы бер үҙгәрештәр бар».
Әйтәйек, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетына һәм Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитетына бүленде.
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы тип үҙгәртелде.
Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы хәҙер Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы тип атала.
Мәғариф министрлығы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тип үҙгәртелде.
Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты Башҡортостандың Дәүләт идара итеүен һанлы үҫтереү министрлығы тип атала.
Башҡортостан Республикаһының Социаль-иҡтисади үҫеште күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты республиканың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты тип үҙгәртелде, тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика