12:20 (UTC+5), 22 Октябрь 2019

Башҡортостан — «Сколково» фондының төбәк операторы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы — «Сколково» фондының рәсми төбәк операторы. 22 октябрҙә Мәскәүҙә «Асыҡ инновациялар-2019» халыҡ-ара инновация үҫеше форумында республика башлығы Радий Хәбиров тейешле килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
«Был сираттағы документҡа ҡул ҡуйыу ғына түгел. Беҙ, асылда, инновациялар һәм уларҙы тормошобоҙға индереү араһында күпер булып торабыҙ. Хәҙер «Сколково» фондының Башҡортостан резиденттары үҙҙәренә билдәләнгән өҫтөнлөктәрҙе республикала рәсмиләштереү мөмкинлегенә эйә», — тип аңлатты Радий Хәбиров.
Атап әйткәндә, «Сколково» резиденттарына продуктты идеянан бойомға ашырырға ярҙам иткән гранттар тапшырыла. Шулай уҡ улар өсөн һалым льготалары индерелә.
Резидент булыу өсөн «Сколково» фондының рәсми сайтында теркәлергә һәм электрон ғариза бирергә кәрәк.
«Әлегә фондта Башҡортостандан 14 резидент теркәлгән, ләкин сикләүҙәр юҡ, айырым талаптар бар», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Тулыраҡ мәғлүмәт — «Минең бизнесым» үҙәктәрендә: Өфө, Тыныслыҡ урамы, 14 һәм Зәки Вәлиди урамы, 2 («Торатау» конгресс-холы). Бәйләнеш өсөн телефон: +7(347) 224-99-99, 216-40-80. Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 7-гә тиклем (тәнәфес көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 2-гә ҡәҙәр).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика