08:44 (UTC+5), 18 Октября 2019

Башҡортостандың һәм Ҡаҙағстандың баш ҡалаларын «Дуҫлыҡ ептәре» проекты бәйләй

Зөфәр Тимербулатов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2017 йылда Өфө менән Астана (хәҙер ул Ҡаҙағстандың беренсе президентының исемен йөрөтә) араһында туғандашлыҡ тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Уҙып киткән ике йыл берҙәм Евразия киңлегенең берҙәм полимәҙәни ҡиммәттәре нигеҙендә ике яҡлы бәйләнештәрҙең ҙур потенциалын һөҙөмтәлерәк файҙаланырға кәрәклеген күрһәтте. Нур-Солтанда үткән түңәрәк өҫтәлдә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Унда Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре фекер алышыуҙың төп темаһы булды.
Был хеҙмәттәшлекте муниципаль һәм төбәк кимәлендә, һәм, тәү сиратта, Нур-Солтан һәм Өфө ҡалалары форматында даими бәйләнештәр булдырыуҙан тормошҡа ашырыу маҡсатҡа ярашлы тип табылды. Ике баш ҡаланың ғилми, белем биреү, дини учреждениеларын, шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларын ошо ниәттәрҙе ғәмәлгә ашырыуға йәлеп итеү хаҡында һөйләшеп килешелде. Һөҙөмтәлә улар тура ике яҡлы бәйләнешкә сығырға тейеш.
Бының инициаторы — «Интеллектуаль юл» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы, уның штаб-фатиры Өфөлә урынлашҡан. Ҡаҙағстан яғынан ошо идеяны Л.Н.Гумилев исемендәге Евразия милли университеты һәм «Жокан Жолдары» йәмәғәт берләшмәһе хупланы, тип хәбәр итте Нур-Солтанда осрашыу ойоштороусылар.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика