06:06 (UTC+5), 16 Октябрь 2019

Башҡортостан менән Үзбәкстан иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтерергә ниәтләй

https://pravitelstvorb.ru/ru/
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров һәм Үзбәкстан Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ботиржон Асадов иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Ошо көндәрҙә баш ҡалаға эшлекле сәфәр менән сит ил дәүләте делегацияһы килде.
Андрей Назаров һүҙҙәренсә, Башҡортостан хәҙер үзбәк партнерҙары менән үҙ-ара сауҙаны, сәнәғәт һәм технологик кооперацияны үҫтереү менән ҡыҙыҡһына, ауыл хужалығындағы оҙайлы берлектәге проекттарға, күмәртә-бүлеү үҙәктәрен киңәйтергә әҙер.
Үҙ сиратында, Ботиржон Асадов республика делегацияһын Үзбәкстанға саҡырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика