Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Октябрь 2019, 12:50

Радий Хәбиров 2020-не Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы итеп уҙғарырға тәҡдим итте

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йыл өсөн тема тәҡдим итте.
«Семинар барышында муниципалитет башлыҡтары менән кәңәшләшкәндән һуң йылды ниндәйҙер абстракциялар менән атамаҫҡа, ә уны халыҡтың мәнфәғәттәренә яуап биргән аныҡ, аңлайышлы эштәргә арнарға тигән фекергә килдек. Граждандарҙы борсоған мөрәжәғәттәрҙе тикшерҙек. Тирә-яҡ — төҙөкләндереү, ҡалаларҙа, ауылдарҙа уңайлы мөхит бик мөһим. Шуға күрә «Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтыртыу, ҡоймалар» тип атарға тигән тәҡдим бар. Тышҡы күренеш ҙур әһәмиәткә эйә, был тәртип булған ерҙә йәшәүебеҙгә ышаныс тыуҙыра», — тине республика башлығы.
Ул хөкүмәткә указ һәм йөкләмә әҙерләргә ҡушты, унда аныҡ параметрҙар һәм һандар булырға тейеш.
«Ошо йылдан халыҡтан әүҙемерәк башланғыстар көтәм. Әүҙем кире бәйләнеш күҙәтелгән муниципалитеттарға финанслауҙы арттырабыҙ. Иң мөһиме, «Йәшел Башҡортостан» акцияһындағы кеүек үк, халыҡтың инициативаһы», — тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров.
Читайте нас: