12:45 (UTC+5), 02 Октября 2019

Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенә агросәнәғәт комплексы өсөн льготалы лизинг программаһын киңәйтергә тәҡдим итте

glavarb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенә «Техника паркын яңыртыу 2.0» программаһын киңәйтергә тәҡдим итте. Бөгөн, 2 октябрҙә, Дмитрий Медведев етәкселегендәге министрҙар кабинеты ултырышында сығыш яһап, ул ағымдағы йылда старт алған Росагролизинг проектының һөҙөмтәлелеген билдәләне. Ошондай ярҙам менән Башҡортостан аграрийҙары 500 миллион һумға техника һатып алыуға өлгәште.
Йыл башынан Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары 4,5 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алды.
«Ләкин был ғына аҙ. Әлеге мәлдә беҙгә 1200 иген йыйыу комбайны, 3 мең юғары етештереүсәнле тракторҙар етешмәй», — тине Башҡортостан етәксеһе.
Радий Хәбиров аграрийҙар эшендәге ауырлыҡтар хаҡында ла һөйләне. Яҙ көнө 170 мең гектар сәсеүлек юҡҡа сыҡты, 585 предприятие 865 миллион һумдан ашыу юғалтты. Дөйөм алғанда, 2019 йылда сәсеүлек 3 миллион гектар тәшкил итте (2018 йыл кимәлендә), яҙғы сәсеү эштәре 2,12 миллион гектарҙа башҡарылды.
Ураҡ та ҡатмарлы һауа шарттарында бара. Сентябрҙә яуым-төшөм күп булды.
«Иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙандарының 94% йыйып алынды, төшөм — 3 миллион тоннанан ашыу, гектарҙан уртаса уңыш 20 центнерға яҡын тәшкил итте. Хәҙер техник һәм май бирә торған культураларҙы йыябыҙ, шәкәр сөгөлдөрөнән һәйбәт уңыш көтәбеҙ. Быйыл, фараздарға ярашлы, уҙған йылға ҡарағанда юғарыраҡ уңышҡа иҫәп тота алабыҙ», — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров федераль үҙәккә агросәнәғәт комплексына финанс ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе: 2019 йылда Башҡортостандың ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы 4,4 миллиард һум тәшкил итте, шуның 2,2 миллиарды федераль бюджеттан күсте.
«Хәҙер республиканың агросәнәғәт комплексы тармаҡты техник яңыртыу һәм экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү йүнәлештәре буйынса үҫешергә тейеш», — тип хәбәр итте республика башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика