07:17 (UTC+5), 30 Сентября 2019

Республикала үҙешмәкәр театрҙарға ярҙам тураһында закон ҡабул иттеләр

Мәләүез районы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы үҙешмәкәр театрҙарға ярҙам тураһында закон ҡабул итте. Ҡоролтайҙа аңлатыуҙарынса, 2020 йылдың йәйендә Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итә, унда үҙешмәкәр театрҙар ҙа ҡатнаша. Уларҙы әҙерләү өсөн шарттар булдырырға кәрәк.
«Закон ҡабул ителгәс, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының үҙешмәкәр театрҙарға финанс ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде, был уларға яҡшыраҡ әҙерләнергә мөмкинлек бирергә тейеш», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Закон Фольклориаданан һуң да үҙешмәкәр театр ижадын үҫтереүгә өҫтәмә этәргес көс булыр, тип билдәләне ул.
«Ошо эш - оҙайлы ваҡытҡа. Байрам үтер ҙә китер, ә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген һаҡланып ҡалыр. Был үҙешмәкәр театрҙарҙы сифатлы үҫтереүгә булышлыҡ итер, студенттар мөхитендә лә, хеҙмәт коллективтарында ла улар байтаҡ», — тине спикер.
http://www.bashinform.ru/news/1360016-v-bashkirii-prinyali-zakon-o-podderzhke-lyubitelskikh-teatrov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика