09:56 (UTC+5), 25 Сентября 2019

Республика Дәүләт Йыйылышының тағы бер депутаты ваҡытынан алда вәкәләттәрен һала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Кесаҙна, 26 сентябрҙә, республика парламентының пленар ултырышында «Берҙәм Рәсәй» вәкиле Суфия Зидиханованың депутат вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалыуы тураһында ҡарар ҡабул итеү күҙаллана, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.
Зидиханованың депутат корпусын үҙ теләге буйынса ҡалдырыуы әйтелә.
Мандат «Берҙәм Рәсәй»ҙә ҡала. Уны яңы депутатҡа тапшырыу мәсьәләһе тиҙ арала хәл ителер, тине парламент спикеры Константин Толкачев.
Иртәгә Дәүләт Йыйылышы шулай уҡ ЛДПР-ҙан Айгөл Хәнәфинаның вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалыуы тураһында ҡарар ҡабул итә.
Белешмә
Зидиханова Суфия Биктимер ҡыҙы 1954 йылдың 26 декабрендә Стәрлетамаҡ районының Кесе Аллағыуат ауылында тыуған. Мәскәү ситтән тороп совет сауҙаһы институтын тамамлаған. 1999-2002 йылдарҙа — «Башкиновидеопрокат» дәүләт ижади-производство идаралығының Салауат ҡала киновидеоселтәре» муниципаль учреждениеһы директоры. 2002 йылдан — Салауат ҡалаһында «Ағиҙел» мәҙәниәт һәм ял үҙәге директоры. Бынан алдағы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп һайланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика