08:22 (UTC+5), 23 Сентября 2019

Радий Хәбиров алдағы биш йылда Башҡортостандың үҫеше тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алдағы биш йылға республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был турала ул бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, документ ентекле әҙерләнгән. Тиҙҙән брифингтар уҙғарыу күҙаллана, уларҙа хөкүмәт ағзалары республика үҫешенең стратегик йүнәлештәре, алдағы йылдарҙа нимә менән шөғөлләнергә йыйыныуҙары тураһында һөйләй.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы командаһында республика социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре хаҡында указды «беренсе үҫеш биш йыллығы» тип йөрөтәләр. Барлыҡ йөкләмәләрҙе һәм пландарҙы яңыртылған хөкүмәт башҡара. Уның составы ай дауамында билдәле булырға тейеш.
19 сентябрҙә инаугурация тантанаһында Радий Хәбиров амбициялы бурыс ҡуйҙы: Башҡортостан биш төп йүнәлеш — кеше потенциалы, йәшәү өсөн уңайлы мөхит, иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм инфраструктура буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инергә тейеш.
«Беҙ иҡтисади стратегияны үҙгәртәбеҙ — ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына күсәбеҙ», — тип белдерҙе ул.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, алдағы «үҫеш биш йыллығы»ның һөҙөмтәләре «аныҡ һәм һиҙелерлек» булырға тейеш. Улар араһында — үлем осраҡтарын кәметеү, тыуымды арттырыу, йәшәү кимәлен күтәреү.
«Хәҙер Башҡортостанда халыҡ йылдан-йыл кәмей. Ләкин беҙ 2024 йылға был һанды 4,1 миллионға тиклем арттырыуға өлгәшербеҙ», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Бөгөн яңғыраған алдағы биш йылға Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһындағы указға ярашлы, йыл һайын инвестициялар күләмен 450 миллиард һумға тиклем еткереү, Милли инвестиция үҫеше рейтингының тәүге бишәү иҫәбенә инеү күҙаллана.
Шулай уҡ кәмендә ике үҙенсәлекле иҡтисади зона булдырыу бурысы тора. Республиканың һәр ҡалаһында һәм районында индустриаль, агросәнәғәт йәки технопарктар ойоштороу ҙа мөһим.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика