07:14 (UTC+5), 20 Сентябрь 2019

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы балаларға вейптар һатыуҙы тыйған закон ҡабул итергә йыйына

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы киләһе аҙнала балаларға тәмәкеһеҙ тартыу ҡатнашмалары, таштар, сироптар һәм уларҙың аналогтарын, шулай уҡ уларҙы ҡулланыу яйланмаларын — кальяндар, вейптар, электрон парға әйләндереүселәр һатыуҙы тыйыу тураһында закон ҡабул итергә ниәтләй.
Закон проекты Бөтә донъя тәмәкегә ҡаршы көрәш буйынса һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы конвенцияһы положениеларына һәм балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлешенә тулыһынса тура килә, тип билдәләнеләр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.
Артабан уны файҙаланыуҙың ыңғай яҡтары күҙәтелһә, республика тәжрибәһен федераль кимәлгә сығарырға уйлайҙар.
«Өлкәндәр, ғәҙәттә, һаулыҡҡа артыҡ зыяны булмаһын өсөн электрон тәмәке тарта. Балаларға килгәндә, беҙ кире күренеште күҙәтәбеҙ — электрон тәмәкеләр һәм башҡа яйланмалар ярҙамында улар, ҡағиҙә булараҡ, тәмәке тартырға өйрәнә», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика