06:45 (UTC+5), 19 Сентября 2019

Радий Хәбиров рәсми рәүештә Башҡортостан Башлығы вазифаһына инде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Өфөлә Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһына инеү тантанаһы бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан һайлаусыларының 82,02 проценты ғәмәлдәге республика етәксеһе өсөн тауыш бирҙе. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко тағы бер тапҡыр һайлауҙың рәсми һөҙөмтәләрен уҡып ишеттерҙе. Ул Радий Хәбировҡа Башҡортостан Башлығы танытмаһын тапшырҙы. Инаугурация тантанаһы ваҡытында республика башлығы ант ҡабул итте.
«Башҡортостан Башлығы вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, уның дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Конституцияһын үтәргә, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, азатлығын гарантияларға ант итәм», — тине Радий Хәбиров.
Ант республиканың ике дәүләт телендә – русса һәм башҡортса яңғыраны. Ошо мәлдән Радий Хәбиров рәсми рәүештә республика башлығы вазифаһына инде.
Инаугурация тантанаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов, Башҡортостандың элекке башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, хөкүмәт ағзалары, муниципалитеттар башлыҡтары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша. Башҡортостан Конституцияһы буйынса, республиканың юғары вазифалы кешеһенә киң вәкәләттәр бирелә, улар араһында – Рәсәй Президенты һәм федераль власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙә төбәкте күрһәтеү, хөкүмәтте формалаштырыу, республика биләмәһендә закондарҙың үтәлешен контролдә тотоу, указдар һәм бойороҡтар сығарыу. Башҡортостан Башлығы властың башҡарма тармағын да етәкләй.
Радий Хәбиров рәсми рәүештә вазифаға ингәндән һуң республика хөкүмәте отставкаға сыҡты.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика