09:47 (UTC+5), 19 Сентября 2019

Политолог ни өсөн Хәбировтың инаугурацияһына Башҡортостандың элекке ике етәксеһенең килеүен аңлатты

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Радий Хәбировтың инаугурацияһы көтөлгәнсә — яңы етәкселәрҙең вазифаға инеүе өсөн хас талаптарға һәм процедураға ярашлы үтте, тип билдәләне политолог Николай Евдокимов. Эксперт ни өсөн тантанаға республиканың элекке етәкселәре: Мортаза Рәхимовтың һәм Рөстәм Хәмитовтың килеүен аңлатты.
«Бында Радий Хәбировтың Башҡортостанға ҡайтҡас та һайлаған юлын дауам итеүе күҙәтелә. Ул ошондай символик ҡылығы менән үҙе власта булған осорҙа республикала элиталар араһында бер ниндәй ҙә низағ булмаҫҡа тейешлеген күрһәтергә тырыша, — тине политолог. — Игорь Комаровтың килеүе лә — процедураға ярашлы. Ғәҙәттә, федераль округ вәкиле һәр ваҡыт ошондай кимәлдәге сараларҙа ҡатнаша».
Николай Евдокимов һүҙҙәренсә, хәҙер төп интрига — хөкүмәтте кем етәкләр, уның составы ниндәй булыр. Политолог кадрҙар үҙгәрешен көтөргә мөмкин тип иҫәпләй.
«Әлбиттә, республика үҫеше тураһындағы указға ҡул ҡуйыу иғтибарҙы йәлеп итте. Ниндәйҙер һығымталар яһар алдынан документтың баҫылып сығыуын көтөргә кәрәктер, моғайын. Ләкин хәҙер үк проекттарҙың амбициялы, күп көс һәм финанслау талап итеүен фараз итергә мөмкин. Ошо масштаблы проекттарға ҡайҙан аҡса алынасағы әлегә бик аңлашылмай, ләкин улар тормошҡа ашырылһа, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн алға табан ҙур аҙым булыр», — тип билдәләй Евдокимов.
Бынан алда «Башинформ» Радий Хәбировтың рәсми рәүештә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына ингәндән һуң беренсе указы тураһында хәбәр иткәйне. Республиканың алдағы биш йылға — 2025 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеше яҙылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика