12:34 (UTC+5), 19 Сентября 2019

Хәйҙәр Вәлиев Башҡортостандың Конституция суды рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн республика Дәүләт Йыйылышының сираттан тыш пленар ултырышында депутаттар Хәйҙәр Вәлиевты Башҡортостандың Конституция суды рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте. Ағымдағы йылдың 28 мартына тиклем ул республиканың Үҙәк һайлау комиссияһын етәкләне, ә ваҡытынан алда отставкаға сыҡҡандан һуң республика башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.
Хәйҙәр Вәлиев Башҡортостан Конституцияһында ант бирҙе һәм Радий Хәбировҡа, депутаттар корпусына күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе.
Белешмә:
Вәлиев Хәйҙәр Арыҫлан улы 1959 йылдың 20 мартында Әбйәлил районының Тәпән ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда Әбйәлил районының Калинин исемендәге колхозда төрлө эштәр башҡарыусы булып башлай.
1980–1984 йылдарҙа – агроном-мелиоратор, Әбйәлил районының Калинин исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары.
1984–1989 йылдарҙа – Әбйәлил районының Киров исемендәге колхоз парткомы секретары.
1989–1990 йылдарҙа – КПСС-тың Әбйәлил райкомы инструкторы.
1991–1992 йылдарҙа – Әбйәлил районы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығының баш агрономы.
1992–1994 йылдарҙа – Әбйәлил районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
1994–1995 йылдарҙа – Әбйәлил районы ҡулланыусылар союзының коопзаготпром директоры.
1995–2000 йылдарҙа – ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары, идаралыҡ начальнигы, Әбйәлил районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
2000 йылда – ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары.
2000-2008 йылдарҙа Башҡортостан президенты хакимиәтендә төрлө вазифаларҙа эшләй.
2008–2011 йылдарҙа – Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының беренсе проректоры.
2011–2019 йылдарҙа – республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе.
Ағымдағы йылдың 28 мартынан республика башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарҙы.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика