07:52 (UTC+5), 18 Сентября 2019

Һайланып ҡуйылған Башҡортостан Башлығы инаугурацияһына Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкил Игорь Комаров килә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 19 сентябрҙә Радий Хәбиров ант бирә һәм рәсми рәүештә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡара башлай. Тантана Дәүләт Йыйылышы йортонда уҙа. Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәресә, сарала ҡатнашыусыларҙың күп булыуы көтөлмәй.
«Сараны эш шарттарында уҙғарыу планлаштырыла, ҡабул итеүҙәр, концерттар, башҡа төбәктәрҙән күпләп ҡунаҡтар саҡырыу күҙалланмай. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша. Бик аҙ сығыштар һәм аныҡлыҡ. Был Башлыҡтың эшлекле кәйефенә тулыһынса тура килә», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе.
Шулай уҡ Толкачев республика етәксеһе вазифаһында эш башлау хөкүмәт үҙ вәкәләттәрен һала тигәнде аңлатыуын әйтте.
«Башлыҡ уны яңынан төҙөргә тейеш. Республиканың алдағы биш йылдағы үҫеше төп вазифаларға ниндәй кешеләрҙең килеүенә бәйле», — тип билдәләне Константин Толкачев.
Инаугурация тантанаһынан һуң Радий Хәбиров Башҡортостандың 2024 йылға тиклем үҫеш пландары һәм аныҡ аҙымдары тураһында мөһим документты уҡып ишеттерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика