09:33 (UTC+5), 13 Сентября 2019

Радий Хәбиров: Йылҡысылыҡта алдынғылыҡты бирергә йыйынмайбыҙ

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Беҙ йылҡысылыҡта һәр ваҡыт көслө булдыҡ, артабан да алдынғылыҡты бирергә йыйынмайбыҙ, тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә Хөкүмәттә тармаҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса үткән кәңәшмәнән һуң. «Йылҡысылыҡ беҙҙең өсөн милли традиция ғына түгел. Был – иҡтисадыбыҙҙың мөһим өлөшө. Беҙ – аттарҙың һаны буйынса илдә икенсе, тармаҡта 50 меңдән ашыу кеше эшләй. Ләкин һуңғы ваҡытта ул тарҡала башланы. Белгестәр етешмәй, хужалыҡтарҙың һәм ипподромдарҙың матди базаһы иҫкерә. Йылҡы һаны кәмей, легендар башҡорт аты генофондының сифаты ла. Ҡарарҙар ҡабул иттек:
1) 2020 йылға тоҡомсолоҡ эшен тәртипкә килтерергә;
2) тармаҡҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн даими ат сабыштары уҙғарырға;
3) быйыл йылҡы үрсетеүселәргә дәүләт ярҙамы индерергә;
4) киләһе йылда белгестәрҙе уҡыта башларға;
5) балалар ат-спорт комплекстарына булышлыҡ итергә».
Башҡортостан аттар һаны буйынса илдә лидерҙарҙың береһе булып тора. Тулайым ҡымыҙ етештереү күләмендә республиканың өлөшө 45% тәшкил итә. Йылҡыларҙың күпселеге — Урал аръяғында. 2018 йылда республикала 121,5 мең ат иҫәпләнде, киләһе ике йылға бурыс — уларҙың һанын меңгә арттырыу. 2019 йылда Башҡортостан предприятиелары һәм фермерҙарының «2018-2020 йылдарҙа йылҡысылыҡты үҫтереү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә йылҡысылыҡты үҫтереүгә республика бюджетынан 100 миллион һумға яҡын аҡса алыу мөмкинлеге бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика