Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Сентябрь 2019, 10:40

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы республика Башлығын һайлауҙың рәсми йомғаҡтарын раҫланы

автор
автор
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы үҙенең 116-сы ултырышында Башҡортостан Башлығын һайлауҙың рәсми йомғаҡтарын раҫланы. 10 сентябрҙә Мәскәүҙә һанлы һайлау участкаларында тауыш биреү һөҙөмтәләре «Һайлау» дәүләт автоматлаштырылған системаһына индерелде һәм республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары йомғаҡлау протоколына ҡул ҡуйҙы.
Комиссия рәйесе Илона Макаренко һайлауҙа, 82,02% тауыш йыйып, Радий Хәбировтың еңеп сығыуын билдәләне. 19 сентябрҙә уға Башҡортостан Башлығы танытмаһы тапшырыла.
Икенсе урында — 6,89% тауыш менән КПРФ кандидаты Юнир Ҡотлоғужин, өсөнсөлә — ЛДПР-ҙан Иван Сухарев (4,53%). Ҡалған биш кандидат ике проценттан кәмерәк тауыш йыйҙы.
Читайте нас: