11:10 (UTC+5), 10 Сентябрь 2019

Башҡортостандың Тәфтиш идаралығын Денис Чернятьев етәкләй

Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе буйынса Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығы
Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе буйынса Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Президенты Владимир Путин көс структураларында тәғәйенләүҙәр тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Атап әйткәндә, Башҡортостандың Тәфтиш идаралығын Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе буйынса Тәфтиш комитетының элекке башлығы Денис Чернятьев етәкләй. Дәүләт башлығының ҡултамғаһы менән рәсми документ әле баҫылмаған.
Быға тиклем республиканың Тәфтиш комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарған Валерий Липский ведомствола урынбаҫар вазифаһында ҡала.
Белешмә
1974 йылда тыуған. 1996 йылда Урал дәүләт юридик академияһын тамамлаған. 1996 йылдан Төмән өлкәһенең прокуратура органдарында эшләй. 2007 йылдың сентябренән Рәсәй Федерацияһының Төмән өлкәһе буйынса Тәфтиш комитеты тәфтиш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй. Рәсәй Президентының 2011 йылдың 11 июнендәге «Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәрен вазифаға тәғәйенләү тураһында»ғы Указына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының Ҡурған өлкәһе буйынса Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2013 йылдың 2 декабрендәге Указы менән — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе буйынса Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығы етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика