07:27 (UTC+5), 09 Сентябрь 2019

Башҡортостан Башлығының инаугурация датаһы билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы Башлығы инаугурацияһы 2019 йылдың 19 сентябрендә уҙа. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдерелде. Шунан һуң министрҙар кабинетында республиканың 2024 йылға тиклемге үҫеше тураһында документты уҡып ишеттерәләр.
«Беҙ республиканың 2024 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын билдәләйәсәк документ әҙерләйбеҙ. Был — етди документ. Уны хөкүмәт аппараты әҙерләй. 19 сентябрҙә республика Башлығы вазифаһын башҡара башлауға бәйле барлыҡ сараларҙы ла үткәрәбеҙ. Шул ваҡытта мин уның менән таныштырырмын. Унда хөкүмәткә лә, муниципалитет башлыҡтарына ла йөкләмәләр була. Был — беҙҙең үҫеш документы», — тине Радий Хәбиров.
Бынан алда «Башинформ» республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбировтың кадрҙар үҙгәреше тураһында ҡарары тураһында хәбәр иткәйне: Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика