Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Сентябрь 2019, 11:15

Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Валерий Шахов
Валерий Шахов
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Андрей Назаров республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Барығыҙ ҙа уны беләһегеҙ, баһа биреп тормайым, — тине Радий Хәбиров. — Бөтә тейешле документтарҙы әҙерләүегеҙҙе һорайым».
Андрей Назаров 1970 йылдың 28 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған.
«Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше, сәйәсәт фәндәре кандидаты.
1998 йылда Сибай ҡала Советы депутаты итеп һайлана.
1998-2004 йылдарҙа Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы вәкиллеген етәкләй.
2001-2006 йылдарҙа — Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт союзы идараһы рәйесе.
2003 йылда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
2005 йылда Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциациялары рәйесе итеп һайлана. Был вазифала эшҡыуарлыҡ имиджын яҡшыртыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара.
2006 йылдың апрелендә Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Стратегик асыштар үҙәге етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
2007-2011 йылдарҙа — Рәсәй Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы.
2008 йылдың апрелендә бер тауыштан Башҡортостн эшҡыуарлыҡ ойошмаларының координация советы рәйесе итеп һайлана.
2010 йылда Волга буйы федераль округы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге координаторы итеп тәғәйенләнә.
2010 йылдың яҙында «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана.
2011 йылдың 23 декабренән — Башҡортостан Президентының инвестиция хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле.
2014 йылдан хәҙерге ваҡытҡа тиклем — «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше.
«Гранель» компаниялар төркөмөнөң Директорҙар советы рәйесе.
«Бизнес коррупцияға ҡаршы» йәмәғәт процедуралары үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының башҡарма рәйестәше.
Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе.
Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы фонды идараһы рәйесе.
Читайте нас: