05:08 (UTC+5), 08 Сентября 2019

Республикала һайлауҙа башҡорт һәм татар телдәрендә бюллетень алырға мөмкин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзалары Берҙәм тауыш биреү көнөндәге һайлауҙа тауыш бирҙе һәм Черниковка, Сипайлово биҫтәләрендә, ҡаланың үҙәк өлөштәрендә һайлауҙы йәмәғәт күҙәтеүе эшен башланы.
Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, ғаилә, балалыҡ һәм киң мәғлүмәт саралары менән эш итеү буйынса комиссияһы рәйесе Гөлназ Ҡолһарина хәбәр итеүенсә, Өфө ҡалаһының 170-се һәм 171-се һайлау участкаларында һайлаусыларҙың һорауы буйынса башҡорт һәм татар телдәрендә бюллетендәр бирелә.
«266-сы участкала ла был үтенестәр ҡәнәғәтләндерелә, — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Сергей Ширинкин. — Һайлау тыныс хәл-торошта бара».
Һайлаусыларға «Өфө һайлай» тип яҙылған ҡағыҙ беләҙектәр тапшырыла, уның менән төрлө хеҙмәттәргә һәм тауарҙарға ташламалар алырға, «Башавтотранс» автобустарында һәм электр транспортында бушлай йөрөргә мөмкин.
Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина 85-се һәм 86-сы участкаларҙы тикшерҙе:
«Һайлау бер сәғәткә алдараҡ башланһа ла, һайлаусылар әүҙем килә. Участкаларҙа өс-алты йәмәғәт күҙәтеүсеһе бар. Шулай уҡ Йәмәғәт күҙәтеүселәре тотош республикала эшләй», — тип билдәләне Йәмәғәт палатаһы башлығы.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика