Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.13
+0.62
90.66
+1.35
66.37
+1.03
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Сентябрь 2019, 12:31

Иртәнге сәғәт 10-ға республика башлығын һайлауға халыҡтың 10,27% килде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.
Иртәнге сәғәт 10-ға республикала йәшәүселәрҙең 10,27% Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш бирҙе. «Һайлау» дәүләт автоматлаштырылған системаһы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә был күрһәткес 7,54% тәшкил итте. Ҡалалар буйынса уртаса һан – 7,44 %, райондар буйынса – 12,48 %. Һайлаусыларҙың күпселеге Тәтешле (27, 09%), Миәкә (26,2%) райондары участкаларында килде. Өфөлә иртәнге 10-ға иң күп кеше Калинин районында ине – 14, 28%.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылда Башҡортостан президентын ваҡытынан алда һайлауҙа ошо уҡ сәғәткә исемлектәргә индерелгән һайлаусыларҙың 7,68%, 2018 йылда иһә республика Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа 6,31 % тауыш бирҙе.
Читайте нас: