05:45 (UTC+5), 08 Сентября 2019

Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов Өфөлә яңы республика башлығы өсөн тауыш бирҙе

Хәбәрҙәр-Башҡортостан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөләге 131-се участкаға тәүгеләрҙең береһе булып Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов килде. 85 йәшлек һайлаусы яңы республика башлығы өсөн баш ҡаланың 16-сы мәктәбендә тауыш бирҙе. Башҡортостандың элекке етәксеһе ашыҡмайынса ғына бюллетенде уҡып сыҡты һәм беренсе кабинкаға йүнәлде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә тотош республикала 3 334 һайлау участкаһы асылды. Өс миллиондан ашыу һайлаусы үҙ тауышын бирә ала. Быйыл һайлау участкалары ғәҙәттәгенән бер сәғәткә оҙағыраҡ – киске 9-ға тиклем эшләй.
Башҡортостан Башлығы вазифаһына һигеҙ кеше дәғүә итә: Владимир Барабаш («Граждандар көсө»), Зөлфиә Ғайсина («Яблоко» партияһы), Юрий Игнатьев («Ғәҙел Рәсәй»), Рәфис Ҡадиров («Рәсәй патриоттары»), Владимир Кобзев («Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы»), Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ), Иван Сухарев (ЛДПР), Радий Хәбиров («Берҙәм Рәсәй»).
Шулай уҡ бөгөн 9-сы Ҡояшлы бер мандатлы һайлау округы (Өфөнөң Октябрь районы) һәм 16-сы Комсомол бер мандатлы һайлау округы буйынса (Нефтекама) алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлау була – һигеҙ кандидат теркәлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика