13:39 (UTC+5), 08 Сентябрь 2019

Башҡортостанда көндөҙгө 12-гә һайлаусыларҙың 25,07% тауыш бирҙе

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда көндөҙгө 12-гә республика башлығын һайлауҙа халыҡтың 25,07% тауыш бирҙе. Был хаҡта брифингта республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдерҙе.
Былтыр Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа был ваҡытҡа һайлаусыларҙың — 17,3%, ә 2014 йылда Башҡортостан Башлығын һайлауҙа 24,2% тауыш биргәйне, тип билдәләне ул. Балтас, Борай, Миәкә райондарында халыҡ әүҙем ҡатнаша.
«Бөгөн тупаҫ хоҡуҡ боҙоуҙар юҡ, бөтә мәсьәләләр урында хәл ителә, бөгөн республикала 37 меңдән ашыу һайлаусы тәүге тапҡыр тауыш бирә», — тине Марина Долматова.
Сәғәт 12-гә Өфөлә һайлаусыларҙың 18,09% килде, ҡалалар буйынса уртаса — 18,46%, республика райондары буйынса — 30,99%. Һайлаусылар исемлектәренә бөтәһе 3 миллион 44 мең 232 һайлаусы индерелде, сәғәт 12-гә уларҙың 763 меңе үҙенең һайлау хоҡуғынан файҙаланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика