11:32 (UTC+5), 06 Сентября 2019

«Антидебаттар» форматы аудиторияла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра – Эльвира Айытҡолова

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова «Антидебаттар» сәйәси ток-шоуына үҙ фекерен белдерҙе.
«Антидебаттар»ҙы Инстаграмда ҡараным, күренеүенсә, формат аудиторияла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Эфир дуҫтар, коллегалар, туғандар менән осрашыуҙа һөйләшеүҙең төп темаһына әүерелгәс, шуға инандым», — тип билдәләне депутат.
Айытҡолова һүҙҙәренсә, иң әҙерлекле һәм ышаныслы кандидат Радий Хәбиров ине.
«Уның тура эфирҙағы асыҡ дискуссияға килергә хәл итеүе — властың асыҡлығын күрһәтеүҙән тыш, республиканың проблемаларын, иң мөһиме, уларҙы хәл итеү юлдарын белеүенә ышаныуы тип уйлайым», — тине Айытҡолова.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 5 сентябрҙә республика каналдарының тура эфирында Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр төбәк башлығы вазифаһына һигеҙ кандидаттың бер майҙансыҡта осрашыуы һәм йәмәғәтселек, һайлаусылар менән үҙ пландары, ҡаҙаныштары менән бүлешеүе тураһында хәбәр иткәйне. «Антидебаттар»ҙа ҡатнашыусылар: Радий Хәбиров – «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Юрий Игнатьев – «Ғәҙел Рәсәй», Зөлфиә Ғайсина – «Яблоко» партияһы, Иван Сухарев – ЛДПР, Юнир Ҡотлоғужин – КПРФ, Владимир Кобзев – «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы», Владимир Барабаш – «Гражданлыҡ көсө» һәм Рәфис Ҡадиров – «Рәсәй патриоттары».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика