08:16 (UTC+5), 03 Сентября 2019

Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә социаль коммуникациялар идаралығы булдырылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә социаль коммуникациялар идаралығы булдырылды. Был турала бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе. Яңы идаралыҡ етәксеһе итеп быға тиклем «Башинформ» акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы социаль селтәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм етәксеһе вазифаһын биләгән Елена Прочаковская тәғәйенләнде.
Елена Прочаковская 1969 йылдың 28 апрелендә Украина ССР-ы Одесса өлкәһе Балтск районы Пассат ауылында тыуған. «Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» буйынса Мәскәү педагогия университетын тамамлаған. Башҡортостанға тиклем Прочаковская Мәскәү өлкәһе Красногорск хакимиәтендә эшләгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика