04:59 (UTC+5), 30 Август 2019

Алексей Гусев Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау комитеты етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Алексей Гусев Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
29 августа республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Быға тиклем Алексей Гусев Башҡортостан Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләне.
Радий Хәбиров үҙенең икенсе указы менән «икенсе эшкә күсеүгә бәйле үҙ теләге буйынса» комитет рәйесе Гүзәл Аҫылованы вазифаһынан азат итте, тип билдәләнә документта.
Алексей Гусев 1982 йылдың 17 ғинуарында Мәскәү өлкәһе Коломна ҡалаһында тыуған. Коломна дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
1999–2005 йылдарҙа – Коломна ҡалаһы Мәғариф идаралығының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры.
2005–2012 йылдарҙа – «Телеком ТЗ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менеджеры, һатыу бүлеге етәксеһе (Мәскәү).
2012–2014 йылдарҙа – «Интраск» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең башҡарма директоры (Мәскәү).
2014 йылда – «Авангард-М», «Паритет-МСК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең генераль директоры (Мәскәү).
2014–2016 йылдарҙа – «АнЗаСт» предприятиеһының генераль директор урынбаҫары, генераль директоры (Химки, Мәскәү өлкәһе).
2016–2018 йылдарҙа – Мәктәп туҡланыуы комбинаты директорының беренсе урынбаҫары, директоры (Химки, Мәскәү өлкәһе).
2019 йылда – Башҡортостан Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика