09:38 (UTC+5), 29 Августа 2019

Радий Хәбиров 2019 йылда Республика көнөн уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2019 йылдың 11 октябрендә Республика көнөн үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.
Быйыл Республика көнөн билдәләү Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнала. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселегендәге ойоштороу комитетына сараларҙы әҙерләү һәм уҙғарыу планын төҙөү бурысы йөкмәтелде.
Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә, Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт символикаһын ҡулланып, учреждениеларҙы, урамдарҙы, майҙандарҙы, йәмәғәт биналарын байрамса биҙәргә тәҡдим ителде. 2019 йылдың октябрендә муниципалитеттарға Республика көнөнө арналған тантаналы, мәҙәни һәм спорт саралары үткәрергә, төрлө тармаҡтағы иң яңы хеҙмәткәрҙәрҙе тантаналы ҡотларға, йәрминкә ойошторорға кәңәш бирелде.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына — ғилми-ғәмәли конференциялар, тематик кисәләр, фестивалдәр, конкурстар, эстафеталар һәм башҡа саралар уҙғарыу; Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына — ваҡиғаларҙы киң яҡтыртыу; Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына — йәмәғәт тәртибен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү; Һаулыҡ һаҡлау министрлығына сараларҙа медицина хеҙмәтләндереүен ойоштороу бурысы йөкмәтелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика