04:03 (UTC+5), 28 Августа 2019

Башҡортостанда республика башлығын һайлау өсөн 3 миллиондан ашыу бюллетень баҫтырып сығарыла

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан башлығын һайлауҙа тауыш биреү өсөн 3 054 003 дана һайлау бюллетене баҫтырып сығарыла, шул иҫәптән рус телендә — 2 450 200, башҡорт телендә — 398 300, татар телендә — 205 503 дана. Башҡорт йәки татар телендәге бюллетендә русса текст та бирелә. Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын ҡулланып тауыш биреү өсөн 354 850 бюллетень әҙерләнә. Бюллетендәрҙе баҫтырып сығарыу менән «Белая река» нәшриәте шөғөлләнә.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары һәм журналистар бюллетендәр әҙерләү барышын күҙәтә алды. Бланктар әҙерләүҙең бөтә этаптарында ла контроль алып барыла. Бюллетендең формаһын һәм тексын, артыҡтарын һәм яраҡһыҙҙарын юҡ итеүҙе тикшерәләр. Баҫтырып сығарыу ошо аҙнала тамамлана, бюллетендәрҙе 6 сентябрҙән дә һуңға ҡалмайынса ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә участка һайлау комиссияларына тапшыралар. Барлыҡ бюллетендәрҙең уң яғында участка һайлау комиссияһының мисәте менән нығытылған участка комиссияһының ике ағзаһының ҡултамғалары ҡуйыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика