09:48 (UTC+5), 27 Август 2019

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа 225 һайлау участкаһында КОИБ-тар ҡуйыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында журналистарға һәм республика башлығы вазифаһына кандидаттарҙың вәкилдәренә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарының (КОИБ) мөмкинлектәре күрһәтелде. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының мәғлүмәт үҙәге начальнигы Йыһанур Алтынбаев һөйләүенсә, КОИБ аныҡ участкала һайлау бюллетене булып торған документты ғына ҡабул итә һәм эшкәртә. Ҡоролма бер нисә бюллетень йәки башҡа участкаларҙың бюллетендәрен төшөрөргә мөмкинлек бирмәй.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко республика башлығын һайлауҙа һайлаусылар һаны 1000 кеше тәшкил иткән 225 участкала КОИБ-тар ҡуйыласағын билдәләне. Комплекстар республика һайлаусыларының дөйөм һанынан яҡынса 11 процентты үҙ эсенә ала, бөтәһе 335 мең кеше. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре менән бер кимәлдә тора.
«2010 йылғы бөтә КОИБ-тар (186 дана) яңыртылды һәм үҙҙәренең характеристикаһы буйынса 2017 йылғы комплекстарға тап килә (39 дана). Улар участка һайлау комиссиялары ағзаларының эшен һиҙелерлек еңеләйтә, сөнки был комплекстар тауыштарҙы үҙҙәре иҫәпләй һәм тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡлау протоколын баҫтырып сығара. Өфөлә барлыҡ участкаларҙа видеокүҙәтеү алып барыла», — тине Илона Макаренко.
КОИБ-тар һайлауға йомғаҡ яһау ваҡытын ҡыҫҡарта, хәҙер һәр протоколдың QR-коды бар, уны фотоға төшөрөргә һәм махсус программа ярҙамында смартфонда йомғаҡлау протоколын уҡырға мөмкин. Бер КОИБ-тың хаҡы 200-250 мең һум тәшкил итә.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика