11:00 (UTC+5), 09 Августа 2019

«Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проекты финалсыларына дәүләт хеҙмәтендә эш тәҡдим итәләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә 10 августа «Торатау» конгресс-холында сағыу, заманса һәм һәләтле идарасылар табыу өсөн республика Башлығы Хакимиәте башланғысы менән үткәрелгән «Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проектының «Идара итеү командаһы 2020-2025» конкурсы финалсыларын билдәләйҙәр. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 195 кеше ярымфиналға сыҡҡан.
Көн дауамында улар баһалау сараларында ҡатнашырға, команда менән дә, үҙаллы ла эшләргә тейеш. Ярымфинал барышында ҡатнашыусыларға конкурс остаздары советы алдында үҙҙәренең проекттары менән таныштырыу мөмкинлеге ҡаралған. Проекттың презентацияһы ярымфиналда ҡатнашыу өсөн мотлаҡ шарт түгел, баһалағанда ҡатнашыусыға өҫтәмә балл бирмәй. Әммә был — үҙеңдең проектың хаҡында һөйләү, эксперт баһаһын, уны тормошҡа ашырғанда ярҙам алыу мөмкинлеге.
Конкурстың төп бүләге — дәүләт структураларында етәкселек эше тураһында тәҡдим, уны 50 ҡатнашыусы алырға тейеш.
Ҡатнашыусының уртаса йәше — 34. Иң өлкәненә 45 йәш. Ир-егеттәр 83% тәшкил итә. Ҡатнашыусыларҙың 75% — Өфөнән. Ярымфиналсыларҙың 12% дәүләт хеҙмәтендә эшләй, 8% — ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу һәм эшкәртеү, 12% финанс эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, 7% төҙөлөштә мәшғүл, 15% — сәнәғәтселәр. Ҡатнашыусыларҙың 5% — мәғариф һәм тәрбиә биреү, 4% — фән, 6% медицина өлкәһенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика