09:17 (UTC+5), 06 Августа 2019

Радий Хәбиров «бик көслө йоғонтоло» Рәсәй субъекттары башлыҡтары рейтингына ингән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы эксперттары 2019 йылдың июлендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты «бик көслө йоғонтоло» Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтары исемлегенә индергән.
Рейтингты төҙөүселәр билдәләүенсә, Хәбиров июнь менән сағыштырғанда 26-сы урындан 19-ға күтәрелгән. Шул рәүешле бик көслө йоғонтоло губернаторҙар иҫәбенә ингән.
«Башҡортостан етәксеһе Дмитрий Медведев менән осрашыуы һәм хөкүмәт башлығының Ишембайҙа махсус иҡтисади зона булдырыу тураһында башланғысты хуплауы фонында бик көслө йоғонтоло төркөмгә күсә», — тип асыҡлыҡ индерҙе эксперттар.
«Бик көслө йоғонтоло» башлыҡтар рейтингын Мәскәү мэры Сергей Собянин аса, икенсе урында — Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров, өсөнсөлә — Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов. Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Артюхов исемлектә һуңғы урында килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика