Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.64
-0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Август 2019, 10:01

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Йәштәр хөкүмәте составы билдәләнде

Башҡортостан Республикаһы Йәштәр хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Йәштәр хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Йәштәр хөкүмәтенең тәүге ултырышы уҙҙы. Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте һәм Хөкүмәте, башҡарма власть органдары вәкилдәре, конкурс комиссияһы ағзалары һәм Башҡортостан Республикаһы Йәштәр хөкүмәтен булдырыу буйынса конкурс еңеүселәре ҡатнашты.
Ултырышта Йәштәр хөкүмәте рәйесе, урынбаҫары һәм секретары һайланды. Рәйесе — Ислам Төхвәтуллин, уның урынбаҫары — Алексей Прокофьев, секретары — Айгөл Юлдашбаева.
Йәштәр хөкүмәте составынан һәр тармаҡ буйынса үҙенең министры һайланды. Әйтәйек, иҡтисади үҫешкә — Гөлназ Ишмөхәмәтова, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәренә — Альберт Арыҫланов, һаулыҡ һаҡлауға — Айгөл Нуриева, эшҡыуарлыҡ һәм туризмға — Азамат Байрамғолов, мәғарифҡа — Александр Понамарев, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа — Тимур Рамазанов, мәҙәниәткә — Миләүшә Шәрипова, спортҡа Элина Хисамова яуаплы.
Йәштәр хөкүмәте айына бер тапҡыр йыйыла, республика Башлығы аппараты менән берлектәге осрашыуҙар кварталға бер булырға тейеш.
Белешмә. Йәштәр хөкүмәте – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы кәңәшләшеү майҙансығы. Эшмәкәрлеген йәмәғәт башланғыстарында тормошҡа ашыра. Башҡортостан Республикаһының Йәштәр хөкүмәте составына 18-30 йәшлек 19 кеше инде. Артабан улар, стажировка үтеп, дәүләт хеҙмәтендә карьера башлау мөмкинлегенә эйә була. Йәштәр хөкүмәте ике йылға һайланып ҡуйылған рәйестән, уның урынбаҫарынан, ағзаларҙан тора.
Теги:йәштәр
Читайте нас: