12:28 (UTC+5), 05 Август 2019

Башҡортостанда йәшәүселәргә һайлау бюллетене тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Быйыл 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауға — 3 054 003 бюллетень, шул иҫәптән КОИБ-тар (һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары) ҡулланып тауыш биреүгә 354 850 бюллетень әҙерләнә. Территориаль һайлау комиссиялары ғаризалары буйынса бюллетендәрҙең бер өлөшө рус/башҡорт һәм рус/татар телдәрендә баҫыла — 398 300 һәм 205 503 дана, тип белдерҙеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреү өсөн бюллетендәр 30 августан да һуңғы ҡалмайынса әҙер булырға тейеш. 6 сентябргә тиклем бюллетендәр ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә участка һайлау комиссияларына тапшырыла.
Һайлау участкаһында бюллетендәр һаны ошо һайлау участкаһында теркәлгән һайлаусылар һанынан 0,5 проценттан артыҡ булмаҫҡа һәм бюллетендәр тапшырылған көнгә тейешле һайлау участкаһында һайлаусылар исемлегенә индерелгән һайлаусылар һанынан 70 проценттан аҙыраҡ тәшкил итергә тейеш. Әгәр участкала торған урыны буйынса һайлаусыларҙың күберәк булыуы көтөлһә, махсус комиссияның ҡарары буйынса бюллетендәр һаны арттырылыуы мөмкин.
Барлыҡ бюллетендәрҙең уң яғында участка һайлау комиссияһының мисәте менән нығытылған участка комиссияһының ике ағзаһының ҡултамғалары ҡуйыла.
Һәр һайлаусы бер тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн бер бюллетень ала. Әгәр һайлау көнөндә бер участкала бер нисә һайлау үтә икән, һәр береһе өсөн һайлаусыға айырым бюллетень тапшырыла. 8 сентябрҙә берҙәм тауыш биреү көнөндә республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә бер нисә тауыш биреү ойошторола. Әйтәйек, Нефтекама ҡалаһында йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәренә участкала бер юлы өс бюллетень тапшырыла: республика Башлығы вазифаһына кандидаттарға, 16-сы Комсомол һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа кандидаттарға һәм 9-сы бер мандатлы һайлау округы буйынса Нефтекама ҡалаһы ҡала округы Советы депутатын өҫтәмә һайлауҙа кандидаттарға тауыш биреү өсөн.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика